Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Илишевский район Республики Башкортостан

Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыллығына арналған саралар

20 Ноября 2020
16
0

Мәктәптәрҙә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыллығына арналған саралар үткәрелде. Класс сәғәттәре, китап күргәҙмәләре ойошторолдо, уҡыусылар менән әңгәмәләр ҡоролдо, шағирҙың шиғырҙары уҡылды.                 

Шулай уҡ, уҡытыусылар араһында Ш.Бабич ижадына арналған дәрес эшкәртмәләре конкурсы үтте.

Конкурсҡа уҡытыусылар шағирҙың биографияһын, шиғырҙарын өйрәнеү буйынса төрлө темаға дәрес өлгөләре тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса  Рсай урта мәктәбе филиалы Үрмәт төп мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғимазова Алмира Фәнис ҡыҙы  еңеүсе тип табылды, ә Үрге Маншыр урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йоносова Рима Хадас ҡыҙы, Түбән Сереккүл урта мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Ғәбиҙуллина Ынйы Рузәл ҡыҙы һәм  Йөннө төп мәктәбенең башҡорт теле  уҡытыусыһы  Фәрүәзова Рәмилә Фәнис ҡыҙы призерҙар тип билдәләнделәр.

  • Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыллығына арналған саралар