Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Илишевский район Республики Башкортостан

“Урал батыр” эпосы - төрлө телдәрҙә

20 Ноября 2020
17
0

Меңдәрсә йыл элек ижад ителгән, бөгөн  рус, төрөк, инглиз, нимес, француз, венгр, ҡытай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән, халҡыбыҙҙың рухи асылы булған “Урал батыр” эпосын төрлө телдәрҙә яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр район конкурсы үтте.

Конкурс ҡобайыр, эпостар башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында йыл һайын уҙғарылып килә. Быйыл дистанцион рәүештә ойошторолдо.

Конкурс сиктәрендә “Урал батыр” эпосы башҡорт, татар, урыҫ, марый, удмурт, инглиз телдәрендә яңғыраны. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Үрге Маншыр урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы еңеүсе тип табылды. Баҙытамак, Этәй,Андреевка, Иҫке Куктау,Үрге Йәркәй 4-се урта мәктәбе, Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай урта мәктәбе, Йөннө төп мәктәбе уҡыусылары  призер булдылар.